3 декабрь, Шәмбе

23 апрель 2012 йыл, 14:05

Республикала эконом класындағы торлаҡ төҙөүгә субсидия алырға мөмкин

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда эконом класындағы торлаҡ төҙөү өсөн республика бюджетынан субсидия алыуға конкурс иғлан ителгән. Уның күләме 250 миллион һумға тиң. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Конкурста ҡатнашыу өсөн дәғүәсе яҙма формала ғариза бирергә, инвестиция программаһын һәм башҡа документтарын ҡушып һалырға тейеш. Конкурста ҡатнашыуға бирелгән заявка конкурс комиссияһы ағзалары тарафынан һәр критерийға ҡуйылған балдарҙы ҡушыу юлы менән баһалана. Һәр еңеүсегә биреләсәк субсидия күләме БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән билдәләнә. Субсидиялар бер нисә критерий сағылдырылған иң һөҙөмтәле һәм социаль әһәмиәтле инвестиция программаһын тәҡдим иткән коммерцияға ҡарамаған ойошмаға бирелә. Был критерийҙар араһында 2012 йылда эконом класындағы торлаҡты сафҡа индереү күләме, райондар буйынса эконом класындағы торлаҡтың ниндәй территория биләүе, торлаҡ менән тәьмин ителәсәк граждандар иҫәбе, шулай уҡ программаны тормошҡа ашырыу өсөн башҡа сығанаҡтарҙан күҙалланған керемдәр күләме күрһәтелергә тейеш.

Конкурс 22 майҙа Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында үтәсәк.