4 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2012 йыл, 13:15

Башҡортостанда был аҙнала көндәр йылы торасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда ағымдағы аҙнала ла көндәр йылы торасаҡ. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республикала көндөҙ 22-25 градус йылы булыуы көтөлә. Төндә һауа температураһының плюс 7-9 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал.

Төбәктә көндәр аяҙлы-болотло буласаҡ. Аҙнаның икенсе яртыһында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

темалар: һауа торошо