3 декабрь, Шәмбе

23 апрель 2012 йыл, 13:04

Хәйбулла районында тыл хеҙмәтсәндәре өсөн концерт ойошторолдо

автор: Людмила Терновая

Еңеү көнө алдынан Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыл хеҙмәтсәндәре өсөн «Һуғыш балалары – тыл ветерандары» байрам концерты ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Тыл хеҙмәтсәндәре алдында сәләмләү һүҙе менән хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Сураҡов сығыш яһаны. Ул тыл хеҙмәтсәндәренең Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне, байрам ҡунаҡтарына уларҙың һуғыш ваҡытындағы һәм унан һуңғы осорҙағы ауыр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, сәләмәтлек, именлек теләне.

Ҡунаҡтар иғтибарына Башҡорт дәүләт драма театры артистары һәм «Гәлсәр һандуғас» конкурсы лауреаттарының концерт программаһы тәҡдим ителде.