5 декабрь, Дүшәмбе

23 апрель 2012 йыл, 12:15

Икенсе дөйөм ҡала өмәһендә 139 мең өфөлө ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә үткән икенсе яҙғы дөйөм ҡала өмәһендә 139 мең кеше ҡатнашты. Көн дауамында улар яҡынса 9200 кубометр сүп-сар йыйҙы. Территорияларҙы таҙартыу буйынса сараларға 1100-ҙән ашыу махсус техника берәмеге йәлеп ителде.

Бынан тыш, экологик өмә барышында баш ҡалала 2500-ҙән ашыу ағас һәм шул сама ҡыуаҡ ултыртылды.

Өфөлә 10,7 миллион квадрат метр урам-юл селтәрҙәре, 1,9 миллион квадрат метр ҡала һәм урман парктары, 8,1 миллион квадрат метр квартал араһы биләмәләре сүп-сарҙан таҙартылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан баш ҡалаһында 14 апрелдә үткән беренсе дөйөм ҡала өмәһендә яҡынса 120 мең кеше ҡатнашҡайны. Улар 6400 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйҙы.

Өфө биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ 21 майға тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә 19 майҙа йәнә бер дөйөм ҡала өмәһе ойоштороласаҡ.