6 декабрь, Шишәмбе

23 апрель 2012 йыл, 11:59

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Эрнст Исаев һорауҙарға тура эфирҙа яуап бирәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев бөгөн, 23 апрелдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк. «Власть менән һөйләшеү» программаһы сиктәрендә сәғәт ярым дауамында Эрнст Исаев ауыл һәм урман хужалығы, экология мәсьәләләре буйынса телевизор ҡараусылар менән аралашасаҡ.

Студияға 8 (347) 2-921-005 һандарына шылтыратып, тамашасылар үҙҙәренең һорауҙарын бирә аласаҡ. Бынан тыш, Илеш районы үҙәгендә күсмә телестудия эшләйәсәк. Тура эфир урындағы ваҡыт менән 20.00-дә башлана, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостанда «Асыҡ республика» проекты тормошҡа ашырыла, республика етәкселегенең халыҡ менән тура эфирҙа аралашыуы уның бер пункты иҫәпләнә. Айҙың һәр дүртенсе дүшәмбеһе халыҡ һорауҙарына Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫарҙары яуап бирә. Был республика проекты скитәрендә үткәрелгән икенсе тапшырыу.  Беренсе тапшырыуҙа халыҡ һорауҙарына республика Хөкүмәте вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин яуап биргәйне.