8 декабрь, Кесе йома

23 апрель 2012 йыл, 11:51

«Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы тамамланды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ошо көндәрҙә Яңауыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән 2011 йылдың сентябрендә иғлан ителгән «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһының аҙаҡҡы эстафетаһын ҡабул итте.

Программа сараларға бай булды: милли көрәш буйынса Яңауыл районы беренселеге, «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух!» исемле түңәрәк өҫтәл, милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар, ҡаланың ижади коллективтары сығыштары ойошторолдо. Сара сиктәрендә Асҡын, Балтас, Борай, Илеш, Яңауыл, Краснокама, Дүртөйлә, Ҡалтасы, Тәтешле, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Бөрө, Бәләбәй, Шаран райондарынан 19 мәктәп һәм Өфөнән 3 үҫмерҙәр клубы көрәш менән шөғөлләнү өсөн келәмдәр алды.

Яңауылда үткән акцияның барлыҡ сараларында Башҡортостан Республикаһының йәштәр эштәре һәм спорт буйынса министры урынбаҫары Руслан Бикембәтов, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зикаф Хузин һәм Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев ҡатнашты.

Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә башҡарылған эштәр буйынса отчет менән сығыш яһаны. Шулай итеп, акция сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡа ойоштороусылар менән берлектә 50-нән ашыу сара үткәрҙе (турнир, беренселек, семинар, түңәрәк өҫтәл һәм башҡалар), уларҙа 20 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, тине Гөлнур Ҡолһарина. 200 дөйөм белем биреү һәм спорт мәктәбенә, үҫмерҙәр клубына көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр тапшырылды, тренерҙар Стәрлетамаҡ физик культура институтында үткән милли көрәш буйынса Республика методик-белем биреү семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты. Марсель Йосопов исеменән ул акцияны ойоштороусыларға һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

«Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы активистары һәм координаторҙары рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, акция тамамланыуға ҡарамаҫтан, сәләмәт тормошто, милли спорт төрҙәрен пропагандалау, иң көслө спортсыларҙы асыҡлау, уларҙың спорт оҫталыҡтарын камиллаштырыу буйынса эш дауам ителәсәк.