5 декабрь, Дүшәмбе

23 апрель 2012 йыл, 11:35

Йыл башынан алып республика халҡынан 2500-ҙән ашыу энергия һаҡлаусы лампалар ҡабул ителгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандағы терегөмөшлө изделиелар ҡабул итеүсе берҙән-бер күсмә пункт – Башҡортостан Республикаһының «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы экомобиле йыл башынан алып халыҡтан 2500-ҙән ашыу энергия һаҡлаусы лампалар ҡабул иткән.

Терегөмөшлө лампалар йыйыу буйынса һуңғы акция Өфөлә үткән ял көндәрендә, «Минең ҡалам — минең өйөм» экологик акцияһы сиктәрендә үтте.

Предприятиеның инженер-экологы Альбина Шәмсетдинованың хәбәр итеүенсә, сафтан сыҡҡан энергия һаҡлаусы лампалар халыҡтан бушлай ҡабул ителгән. Ни бары уларҙы бындай лампалар ҡабул итеү ойошторолған Якутов исемендәге паркка, Ҡашҡаҙан паркына йәки «Искра» кинотеатры алдындағы майҙанға алып килергә генә кәрәк булған.

— Сәғәт ярымлыҡ эко-акция дауамында йөҙҙән ашыу энергия һаҡлаусы лампа һәм терегөмөшлө термометр йыйҙыҡ. Өфө халҡының тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүҙәре, сүп-сарҙы айырып йыйыуға беренсе аҙым яһауҙары ҡыуандырҙы, — тине Альбина Шәмсетдинова.

«Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, майҙа экомобилдең Ҡариҙел һәм Дыуан райондарына сәфәре планлаштырыла. Терегөмөшлө изделиелар йыйыу буйынса акцияның теүәл датаһы һәм үткәреләсәк урындары тураһында өҫтәмә рәүештә хәбәр ителәсәк.