Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

БР мосолмандары Диниә назараты пленумы Өфө районының Алексеевка ауылында үтәсәк

Сәйәсәт

25 апрелдә Өфө районы Алексеевка ауылының йәмиғ мәсетендә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының күсмә пленумы үтәсәк. Унда республиканың дини эшмәкәрҙәре, ислам уҡыу йорттары етәкселәре, дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һәм уның беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов эш йомғаҡтары буйынса иҫәп-хисап бирәсәк, алда буласаҡ саралар тураһында һөйләйәсәк. БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов мосолман мәғарифы тураһында доклад һәм киләһе ярты йыллыҡҡа программа әҙерләйәсәк. БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арсланов үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи тәрбиәләүгә һәм сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт менән таныштырасаҡ.

Мәрйәм Солтанова исемендәге (Илдар Малахов), «Ғәлиә» (Ильяс Мөхәмәҙиев) Ислам колледждары һәм «Нур әл-Иман» мәҙрәсәһе (Ришат Рафиҡов) директорҙары ислам белем биреү йорттарындағы уҡыу процесы һәм студенттарҙың уҡыу осоронда тап булған проблемалары тураһында һөйләйәсәк.

Башҡортостандың имам-мөхтәсибтәре урындарҙағы дин тотоусыларҙың тормошо тураһындағы мәғлүмәт менән сығыш яһарға тейеш.

Диниә назаратында хәбәр итеүҙәренсә, пленум барышында алда көтөлгән хаж, мосолман мәхәлләләрендә эшләү өсөн имамдар әҙерләү, янғын хәүефһеҙлеге, диндәге деструктив күренештәрҙе иҫкәтеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Пленумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ЮХХДИ һәм Прокуратура вәкилдәре яуап бирәсәк.

Теги: дин,пленум
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть