8 декабрь, Кесе йома

23 апрель 2012 йыл, 10:00

Силәбе өлкәһендә Роберт Юлдашевтың гастролдәре үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

27-28 апрелдә Силәбе өлкәһендә виртуоз ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев менән «Ҡурайсы» ансамбленең гастролдәре үтәсәк.

27 апрелдә музыканттар – Силәбе Трактор заводы театрында, ә 28 апрелдә Озерск ҡалаһының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡ. Концерттар Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, «Байрам» продюсерлыҡ үҙәге һәм өлкә Башҡорт йәштәре берләшмәһе менән ойошторолған.

Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, концерт программаһын йәш йырсы Зилиә Бәхтиева менән бейеүсе Гүзәл Исламғолованың номерҙары ла биҙәйәсәк.

Роберт Юлдашев менән «Ҡурайсы» ансамбле киң билдәле донъя сәхнәләрендә, шул иҫәптән Италияның легендар «Ла Скала» театрында ла сығыш яһаған. Музыкант «Мәскәү виртуоздары» оркестры, Николай Носков, Гарик Сукачев, Вячеслав Бутусов һәм Пелагея кеүек Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары менән берлектәге сағыу ижады менән дә билдәлелек алды. Уның башҡарыуындағы ҡурай партиялары «Дом солнца» һәм «Путь» фильмдарына яҙылған саундтректарҙа ла яңғырай.