4 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2012 йыл, 10:36

Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусылар менән осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусылар менән осрашыу үткәрҙе. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай залында был проектта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла – йөҙгә яҡын кеше йыйылды. Осрашыуҙа шулай уҡ Сәйәси тикшеренеүҙәр институты директоры, Г.В.Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты проректоры, Мәскәү дәүләт университеты доценты Сергей Марков, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы рәйесе советнигы Юрий Котлер, Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең генераль директоры Людмила Шувалова, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе кеүек бындай проект республика өсөн юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләргә ярҙам итәсәк, улар алдағы ваҡытта сәйәси өлкәлә генә түгел, ябай тормошта ла әүҙем эшләйәсәк.

Башҡортостан Президенты республиканың, дөйөм ил кеүек үк, ауыр осор кисереүен билдәләне. Төбәк үҙенең артабан үҫешеү вариантын эҙләй, башҡа төбәктәр менән конкурентлыҡ итә. Федераль үҙәк менән бүленгән ресурстар, перспективалы инвестицион проекттар һәм иң мөһиме – кеше аҡылы өсөн конкурентлыҡ итергә тура килә.

Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе яҡшы башланғыс булып тора. Һәм уның тәүге өс сығарылышы – үҙенә күрә «йөҙ алтын». Улар араһында проекттары дәүләт кимәлендә яҡлау тапҡан кешеләр ҙә, партия структураларында, башҡарма власть органдарында эшләүселәр ҙә бар.

— Был процестың башы ғына әле, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Белгестәр һаны артасаҡ әле, тип уйлайым.

Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусыларҙың проекттарына республика бөгөн ҙур өмөттәр бағлай. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыуҙа йыш ҡына төрлө бюрократик ҡаршылыҡтар ҡамасаулай. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ҡыҙыҡлы идеяларға бындай ҡаршылыҡтар күрһәтеү тураһында ул яҡшы хәбәрҙар. Төбәк башлығы уларға ҡаршы бергәләп көрәшергә тәҡдим итә.

Бюрократик ҡаршылыҡтарҙан тыш, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, йәмғиәтебеҙҙә тағы ла бер күңелһеҙ күренеш бар. Был халыҡтың күпселек өлөшөнөң пассив булыуы. Был йәһәттән төбәк башлығы Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусыларҙан ярҙам көтә.

Осрашыу сиктәрендә Рөстәм Хәмитовҡа һәм башҡа ҡунаҡтарға Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең өсөнсө сығарылыш уҡыусыларының биш иң яҡшы проекты тәҡдим ителде. Улар — «Тәмәкеһеҙ республика», «Стартҡа хоҡуҡ – ғәмәлдә», «Башҡортостан Республикаһының Халыҡ хөкүмәте», «Ауыл халҡы өсөн медицина-диагностика үҙәге», «Һәүәҫкәр хоккей лигаһы».

Осрашыуҙа тәҡдим ителгән проекттар Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусылар башҡарған эштең тик бер генә өлөшөн күрһәтә. Ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, күп ҡыҙыҡлы проекттар был юлы тәҡдим ителмәне. Әммә республика етәкселеге уларҙың барыһын да ҡарап сығасаҡ һәм ярҙам итәсәк.