11 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2012 йыл, 9:22

Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең эшлекле даирәләре вәкилдәре түңәрәк өҫтәл артында осрашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

26 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторола, унда Башҡортостандың һәм Мәскәүҙең эшлекле даирәләре вәкилдәре осрашасаҡ.

Төбәктәрҙә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк яңы проекттар түңәрәк өҫтәлдә тикшереләсәк төп темалар буласаҡ, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда әлеге мәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү сараларын финанслауҙы тәьмин итергә мөмкинлек биргән механизмдар билдәләнгән дә инде. Бөгөнгө көндәге бурыс  — эшҡыуарҙарға финанс һәм мәғлүмәт йәһәтенән ярҙам итеүҙең оптималь балансын булдырыу. Эшҡыуарҙарға яңы идеялар табырға һәм уларҙы ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итеүҙең төп йүнәлештәре, шулай уҡ Башҡортостанда тормошҡа ашырылған бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына башҡа төрлө ярҙам саралары тураһында түңәрәк өҫтәл сиктәрендә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев һөйләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә киң күләмле эшлекле һәм мәҙәни программа ҡаралған. 27 апрелдә республиканың сәнәғәт һәм инвестицион мөмкинлектәренең, Башҡортостан ғалимдарының мөһим фәнни ҡаҙаныштарының, шулай уҡ Башҡортостан менән Мәскәүҙең туристик продуктының презентацияһы үтәсәк. Халыҡ-ара музыка йортонда республика сәнғәт оҫталарының концерты, «Башҡортостан – Евразия ынйыһы» фотокүргәҙмәһе, «Китап» нәшриәте китаптарының, биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре изделиеларының күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк, Башҡортостан дизайнерҙары кейем коллекцияһын тәҡдим итәсәк. «Яңы манеж» күргәҙмә залында Башҡортостан Рәссамдар союзының күргәҙмәһен үткәреү ҡаралған. «35 мм» кинотеатрында иһә Башҡортостан киноһы көнө үткәреләсәк.