Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.16

EUR 63.64

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала 71 гектар майҙанда 11 урман янғыны теркәлгән

Йәмғиәт

2012 йылдың янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 71 гектар майҙанда 11 урман янғыны теркәлгән. Уларҙы һүндереүгә 190 кеше һәм 41 махсус техника берәмеге йәлеп ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала тәүге урман янғыны Бөрйән районында 16 апрелдә теркәлгәйне. Ул 8,8 гектар майҙанда булып үткән.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә республиканың урман фонды ерҙәрендә бер янғын да юҡ.

Әлеге ваҡытта ут сығыу сәбәптәре асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта урмандарҙа иң күп янғын сығыу осраҡтары Бөрйән, Учалы һәм Өфө урман хужалыҡтары территорияларына тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть