Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры эш визиты менән Ауырғазы һәм Дәүләкән райондарында булды

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов бөгөн Ауырғазы һәм Дәүләкән райондарында булды. Эш визиты барышында ул үҙәк район дауаханаһының 2009 йылда төҙөлә башлаған хирургия корпусында булды. Дауахананың ике ҡатлы корпусы 35 урынға иҫәпләнгән. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ул 2011 йылда ҡайтанан төҙөлә башлаған, 24 миллион һум суммаға медицина ҡорамалдары һатып алынған.

Артабан республика Премьер-министры асылырға торған йәнә бер объект — «Ҡыҙыл таш» кирбес заводында булды. Бында итальян технологиялары буйынса стена ҡороу өсөн керамик материалдар етештереләсәк. Планға ярашлы уның етештереүсәнлеге – 80 миллион дана шартлы кирбес. 2012 йылдың аҙағында заводты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Бынан тыш, Азамат Илембәтов ремонт талап ителгән тағы бер нисә объектта булды. Мәҫәлән, Ауырғазы районындағы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ производство идаралығы муниципаль унитар предприятиеһының 1-се ҡаҙанлығы 1966 йылдан бирле эшләй. Бында капиталь ремонт үткәреү һәм бинаны, ҡорамалдарҙы реконструкциялау талап ителә.

Артабан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ауыл хужалығы предприятиеларында булды һәм яҙғы сәсеү эштәренең барышы менән танышты.

Бынан һуң Азамат Илембәтов Дәүләкән районы предприятиеларында булды, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть