7 декабрь, Шаршамбы

21 апрель 2012 йыл, 14:46

Баш ҡалала республика парламентының пленар ултырышы үтте

автор: Людмила Терновая

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡорлтайҙың 51-се ултырышы үтте. Көн тәртибендә 40 һорау ҡаралды. Закон проекттарын тикшереү алдынан төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу» темаһына доклад менән сығыш яһаны. Ведомство башлығы парламентарийҙарҙы алдағы ваҡытҡа тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәренең төп күрһәткестәре менән таныштырҙы.

Артабан депутаттар «Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына кандидатура тураһында»ғы мәсьәләне тикшерҙе. Башҡортостан Президенты менән тәҡдим ителгән Рафаил Ғибәҙуллин кандидатураһы закондар сығарыусыларҙың күпселек тауышы менән хупланды.

Тикшереүгә тәҡдим ителгән 21 республика закон проектының етәүһе закон статусын алды. Улар араһында: «Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законының 12-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһының юл фонды тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында», «Башҡортостан Республикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» һәм башҡалар.

Һигеҙ закондар сығарыу инициативаһы Башҡортостан парламентарийҙары пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. «Мәғариф тураһында», «Ойошмалар милкенә һалымдар тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» һәм башҡа республика закондарына төҙәтмәләр раҫланды.

Республика Дәүләт Йыйылышы ултырышында «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хореваның «Республика Башкортостан» гәзитен үҫтереү йүнәлештәре тураһында»ғы мәғлүмәте тикшерелде. Республика парламенты спикеры Константин Толкачев әлеге ваҡытта был баҫмала күҙәтелгән ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.

— Гәзит, ысынында ла, һуңғы ваҡытта үҙгәрә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе. – Бөгөн ул теремегерәк тел менән «яҙыла», ыңғай үҙгәрештәр осорон кисерә, ысынында ла «халыҡ» гәзитенә әүерелә.

Константин Толкачев төбәк парламентының киләһе ултырыштарында ойоштороусылары республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай булған башҡа баҫмаларҙың да мөхәррирҙәрен тыңларға тәҡдим итте. Депутаттар был башланғысты хупланы.

Ғәҙәттәгесә, төбәк Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкаларына мировой судья вазифаһына кандидатуралар раҫланды.