6 декабрь, Шишәмбе

21 апрель 2012 йыл, 13:59

Ә.Д.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе «Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге» энциклопедияһына индерелде

автор: Розалия Вәлиева

«Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге» бөтә Рәсәй энциклопедияһының сираттағы сығарылышындағы «Рәсәй мәғарифы» бүлегенә Өфөнөң Ленин районындағы 9-сы балалар музыка мәктәбе лә индерелде, тип хәбәр итә Мәскәүҙәге «Спец-Адрес» нәшриәтенең матбуғат хеҙмәте белгесе Виктория Полухина. «Һәләтле балалар – Рәсәй киләсәге» энциклопедияһы http://deti.llr.ru/ «2011-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт программаһы сиктәрендә сыға.

Өфөнөң 9-сы балалар музыка мәктәбенә — 50 йыл. Мәктәп педагогтары, балалар менән шәхси эшләүҙән тыш, үҙ эшмәкәрлегендә компьютер, мультимедия технологияларын һәм электрон музыка ҡоралдарын ҡуллана. Мәктәп уҡыусылары музыкаль форумдарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән дә шөғөлләнәләр. Бындай балалар өсөн махсус белем биреү программалары булдырылған, һәм уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә уңыштарға өлгәшә, еңеүсе һәм дипломант исемдәрен яулай.