3 декабрь, Шәмбе

21 апрель 2012 йыл, 9:22

Өфөлә «Минең республикам» экологик акцияһы старт ала

автор: Эльмира Сабирова

«Минең республикам» йәштәр социаль-экологик акцияһының беренсе этабы бөгөн, 21 апрелдә, Өфөлә старт ала. Был ҙур сара «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» халыҡ-ара экологик акцияһы сиктәрендә ойошторола.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өмә 10 сәғәттә Конгресс-холл бинаһы артындағы майҙанда башланасаҡ. Унан алда ҡатнашыусыларҙы «ZaRЯdka Party» көтә. Артабан йәштәр Ағиҙел йылғаһы янындағы территорияны сүп-сарҙан таҙартасаҡ. Иң күп сүп-сар йыйыусы командалар өсөн БР Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге приздар һәм бүләктәр әҙерләгән.

Ғәҙәттәгесә, әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә — Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы», «БР Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы», «Рәсәй ауыл йәштәре союзы», «Башҡортостан пионерҙары» йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары – йәмғеһе 400-ҙән ашыу кеше.

Сараны ойоштороусылар булып Өфөнөң Киров районы хакимиәте һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамында БР Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сығыш яһай.

Акция Башҡортостан ҡала һәм райондарында 19 майға тиклем дауам итәсәк.