11 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2012 йыл, 12:55

Июндә Өфөлә бушлай ер участкалары бүленә башлаясаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

2012 йылдың июнендә Өфөлә өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала йәки инвалид бала тәрбиәләүсе тәүге ғаиләләр бушлай ер участкалары аласаҡ. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең Ер ресурстары идаралығында үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов хәбәр итте. Был участкалар шәхси торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала йәки инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бер тапҡыр бушлай Өфөнөң муниципаль мөлкәтендә булған ер участкаһын тапшырыу тәртибе ҡала округы Советы ҡарары менән раҫланды. Өфө хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм иҫәпкә алыу бүлеге граждандарҙы иҫәпкә алыуҙы тәьмин итеүсе урындағы үҙидара органы булып тора.

— Бөгөнгө көнгә ер участкаларын алыуға йәмғеһе ике меңгә яҡын ғариза ҡабул ителде, — тине Өфө хакимиәтенең Ер ресурстары идаралығы начальнигы Салауат Хөсәйенов. – Уларҙың күпселеге – күп балалы ғаиләләрҙән.