5 декабрь, Дүшәмбе

21 апрель 2012 йыл, 11:15

Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил һайланды

автор: Людмила Терновая

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 51-се ултырышында Рафаил Ғибәҙуллин республикала Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп һайланды.

Депутаттар фекеренсә, Рафаил Ваһит улы үҙе етәкләйәсәк эшмәкәрлек өлкәһен яҡшы белә. Ул компетентлы һәм профессиональ белгес.

Рафаил Ғибәҙуллин – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. 2005 йылдан — «Стройинвест» инвестиция компанияһының генераль директоры.