11 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2012 йыл, 10:01

Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе үтә

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса икенсе дөйөм ҡала өмәһе үтә. Ғәҙәттәгесә, унда торлаҡ эксплуатациялау участкалары, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, шул иҫәптән йәштәр ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса 21 апрелдә беренсе яҙғы өмә үткәреү тураһында хәбәр ителгәйне. Әммә йылы һауа шарттары арҡаһында, баш ҡалала иғлан ителгән территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә планлаштырылған эштәрҙе тиҙләтеү маҡсатында, урамдарҙы һәм ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса күләмле эштәрҙе бер аҙнаға алдараҡ үткәрергә ҡарар ителде.

Бер аҙна элек беренсе экологик өмәлә яҡынса 120 мең өфөлә ҡатнашты.

Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл яҙ көнө баш ҡалала йәмғеһе өс дөйөм ҡала өмәһен үткәреү ҡаралған. Һуңғы яҙғы өмә Өфөлә 19 майҙа үтәсәк.