6 декабрь, Шишәмбе

21 апрель 2012 йыл, 11:13

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү тураһында кәңәшмә үткәрҙе

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Кисә республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Һөйләшеүҙә дәүләт структуралары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.

— Бөгөн Башҡортостан Республикаһында һыу транспортын үҫтереү менән бәйле хәл яҡшынан түгел. Һуңғы тиҫтә йылдар эсендә һыу транспорты темаһы яйлап һүрелә, йөк ташыу күләмдәре кәмей, пассажирҙар ташыу ҙа юғары кимәлдә түгел. Иҡтисадтың был ярайһы уҡ ҙур тармағынан алынған килем ҙур түгел. Шуға күрә был өлкәләге хәлгә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға тейешбеҙ, — тине Президент, ултырышты асып.

Совет осоро менән сағыштырмаса, республикала һыу транспортында йөк ташыу күләмдәре 10 тапҡырға тиерлек кәмегән. «Камводпуть» федераль дәүләт учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары – Ағиҙел һыу юлдары һәм судоходство районы начальнигы Станислав Большаков һүҙҙәренсә, 2011 йылда Башҡортостанда яҡынса 3,5 миллион тонна йөк ташылған, ә 1970-1980-се йылдарҙа иһә был күрһәткес 33 миллион тонна тәшкил иткән. Бөгөнгө көндә «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төп йөк ташыусы булып тора. Уның акциялар пакетының 63,4 проценты республика һәм «БашВолготанкер» судоходство компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағында.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин бындай хәлдең төп сәбәптәре араһында судноларҙың иҫке булыуын атаны. Мәҫәлән, «Башҡортостан йылға пароходсылығы»нда улар 64 процент тәшкил итә, улар уртаса 35 йылдан ашыу файҙаланыла. Йылғаларҙың һайығыуы ла тармаҡ торошона ыңғай йоғонто яһаманы, тип белдерҙе Сергей Афонин.

Пассажирҙар ташыуға килгәндә иһә, ул Өфөлә заманса йылға вокзалы булмауы хаҡында әйтте. Вице-премьер шулай уҡ уның яҡын арала төҙөлмәйәсәген билдәләне, шуға күрә Дуҫлыҡ монументы янындағы причалды хәүефһеҙлек нормаларына тура килтеү зарур.

Ағиҙел ҡалаһында йөк портын булдырыу республикала һыу транспортын үҫтереүҙең һөҙөмтәле юлдарының береһе буласаҡ, тигән дөйөм фекергә килде кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан йылға пароходсылығы» тейешле проект әҙерләй. Ҡала хакимиәте башлығы Олег Крысин һүҙҙәренсә, был проект бер юлы бер нисә инвесторҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Проекттың яҡшы иҡтисади мөмкинлектәре булыуы хаҡында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев та әйтте. Әлеге ваҡытта Ағиҙелдәге ҡоро йөк терминалының хужаларына бәйле «аңлайышһыҙ һәм асыҡ булмаған» хәл потенциаль инвесторҙарҙы ҡурҡыта, тип билдәләне ул.

— Унда буталсыҡ хәл – федераль хоҡуҡтар ҙа, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ерҙәре лә бар, муниципаль милек тә, шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар. Шуға күрә иң тәүге бурыс – милек менән бәйле мәсьәләне хәл итеү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Фазлыев.

Ул бында «дәүләт-шәхси партнерлыҡ булдырыу өсөн идеаль вариант» булыуын билдәләне.

Республика Президенты проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.

— Беҙҙә ресурстар бар, ниндәй ҙә булһа – дәүләт, шәхси йәки дәүләт-шәхси структура булдырасаҡбыҙ, уныһын ҡарарбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Афонинды был эштең координаторы итеп тәғәйенләне.

Үҙ сиратында, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына республикала һыу транспортын үҫтереү стратегияһының төп параметрҙарын билдәләргә ҡушылды. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла республикала маҡсатлы программа булдырыу кәрәклеге менән килеште.

Был эшмәкәрлек өсөн яуаплы кешеләр башҡарылған эш хаҡында июлдә үткәреләсәк сираттағы Президент ҡарамағындағы ултырышта отчет бирә аласаҡ.