5 декабрь, Дүшәмбе

20 апрель 2012 йыл, 13:30

Яңауыл районында удмурт ҡыҙҙарының матурлыҡ бәйгеһе үтә

автор: Людмила Терновая

Яңауыл районының Шүдек ауылында бөгөн удмурт ҡыҙҙарының «Чеберина-2012» матурлыҡ бәйгеһе үтә.

Районда матур йолаға әүерелгән конкурс удмурттарҙың мәҙәни мираҫын, милли традицияларын һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә, удмурт телен һәм мәҙәниәтен пропагандалауға йүнәлтелгән. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Удмурт ижтимағи-мәҙәни үҙәге һәм муниципаль район хакимиәте сығыш яһай.

Сарала Башҡортостандың Тәтешле, Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары сибәрҙәре ҡатнаша. «Иң яҡшы милли костюм», «Иң яҡшы милли ризыҡ», «Өләсәйем һандығы» номинацияларында улар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың ижади һәлттәре лә баһаланасаҡ.

темалар: конкурстар