10 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2012 йыл, 17:15

Благовещенда «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» экологик акцияһы старт алды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Таһир Фәйзуллин, Любовь Белова

Башҡортостанда үткәрелгән «Минең республикам» йәштәр экологик акцияһы сиктәрендә көн элгәре Благовещен ҡалаһында студенттар Өфө-Яңауыл автотрассаһы буйын сүп-сарҙан таҙартты, шулай уҡ «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» экологик проектының тәүге этабы үткәрелде. Был акция ҡала хакимиәте менән берлектә урындағы йәштәр менән ойошторола.

Өс сәғәт дауамында махсус билдәләнгән урындарҙа халыҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тапшырҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Панорама» ҡала гәзите хеҙмәткәре Таһир Фәйзуллин. Волонтерҙар хәрәкәте активистары – Благовещендағы урта махсус уҡыу йорттары студенттары акцияла ҡатнашыусы өлкәндәргә — иҫтәлекле листовкалар һәм сувенирҙар, балаларға татлы приздар таратты.

Бындай сараның ҡалала тәүгә үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, халыҡта ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, тип билдәләй «Панорама» ҡала гәзите хеҙмәткәрҙәре. Мәктәп уҡыусылары сарала айырыуса әүҙем ҡатнашты. Был көндө ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыуға үҙ өлөшөн йөҙҙән ашыу кеше индерҙе.

Бының менән «Сүп-сар тапшыр – бүләк ал» экологик проекты тамамланмай, тип билдәләне муниципаль район хакимиәтенең йәштәр мәсьәләләре буйынса секторы мөдире Рөстәм Сәләхиев. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡабул итеү райондың «Яратҡан таҙа ҡалам» экологик акцияһы тамамланғанға тиклем һәр йома һайын ойоштороласаҡ. Өҫтәүенә алдағы аҙнанан был сараға эре ауыл биләмәләре территорияларын да йәлеп итеү планлаштырыла.