8 декабрь, Кесе йома

20 апрель 2012 йыл, 16:34

Өфөлә ҡан тапшырыу буйынса «Донъяны яҡтырт» акцияһы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Милли донор көнө — 20 апрелдә Өфөлә ҡан тапшырыу буйынса «Донъяны яҡтырт» хәйриә акцияһы үтте. Уны Киров районы хакимиәте һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ярҙамында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәһе, Республика ҡан тапшырыу станцияһы ойошторҙо.

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итеүенсә, акцияға «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, БР йәштәре хәрәкәте һәм ҡайһы бер коммерция предприятиелары ла ҡушылды. Ғәҙәттәгесә, акцияла «Йәш Гвардия» активистары, Башҡорт дәүләт медицина университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар бүләктәр алды. Бынан тыш, акция барышында төрлө приздар уйнатылды.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, акцияла ҡатнашыусылар йыл һайын яҡынса 400 литр ҡан тапшыра.