Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

«Mисс Азия-2012» конкурсында Башҡортостан һылыуы беренсе урын яуланы

Йәмғиәт

Башҡортостан һылыуы Рәзилә Абдулғазина «Мисс Азия-2012» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында беренсе урын яуланы.

Матурлыҡ бәйгеһе Тыва Республикаһында үтте. Башҡортостан һылыуынан тыш, сарала Бурятия, Якутия, Тыва, Таулы Шория, Хакасия, Алтай, Монголия, Ҡытай һәм Кореянан ҡыҙҙар ҡатнашты.

Бурятиянан Арюна Бубеева Гран-при яуланы.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, жюри составында 2004 йылда «Мисс Азия» конкурсында еңеүсе яҡташыбыҙ Альбина Мөхәмәтйәнова-Усманова ла булды.

Конкурс шарттары буйынса, ҡыҙҙар үҙ халҡының мәҙәниәте менән таныштырҙы һәм ижади номерҙар тәҡдим итте. Рәзилә башҡорт бейеүен башҡарып, ҡумыҙҙа һәм флейтала уйнап, тамашасыны хайран ҡалдырҙы, тип хәбәр иттеләр «Һылыуҡай» студияһынан.

Башҡортостан һылыуына бриллиант муйынсаҡ һәм аҡсалата приз бүләк иттеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть