Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«ПОЛИЭФ» хеҙмәткәрҙәрен страховкалауға килешеү төҙөнө

Иҡтисад

Апрелдән «ПОЛИЭФ» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ирекле медицина страховкалауы сиктәрендә медицина хеҙмәттәренән файҙалана аласаҡ.

— Социаль гарантиялар «ПОЛИЭФ» өсөн өҫтөнлөклө булып ҡала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды персонал менән эшләү идаралығы начальнигы Ирина Шаркевич. — Предприятие хеҙмәткәрҙәрен ирекле медицина страховкалауы программаһы —бихисап пункттарҙың береһе. Полис «ПОЛИЭФ» хеҙмәткәрҙәренә, ә улар 1200-ләп кеше, мотлаҡ медицина страховкалауы сиктәрендә күрһәтелгәндәренән тыш өҫтәмә хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Һәм был хеҙмәттәр предприятие иҫәбенә күрһәтеләсәк, эшселәр кеҫәһендә сағылмаясаҡ.

Страховка полисы консультатив ярҙам, диагностик тикшеренеү һәм амбулатор дауалау манипуляцияларын да индереп, медицина учреждениеларында өҫтәмә хеҙмәттәр алыуҙы тәьмин итә. Полис кисекмәҫтән госпитализация талап ителгәндә лә ҡулланыла ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть