9 декабрь, Йома

20 апрель 2012 йыл, 15:22

Йәштәр палатаһы ағзалары Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының форумында ҡатнаша

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары «Рәсәйҙә фән һәм мәғариф өлкәһен камиллаштырыу: проблемалар, өҫтөнлөктәр һәм перспективалар» II Волга буйы федераль округы йәш ғалимдары форумында ҡатнашасаҡ. Форум 17-18 майҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында үтәсәк.

Форум сиктәрендә фән һәм мәғариф өлкәһен камиллаштырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләгә арналған пленар ултырыштар һәм тематик секциялар, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса практик семинар, халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеүсе ойошмалар һәм фондтарҙың презентацияһы, шулай уҡ ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен коммерциялаштырыу мәсьәләләре буйынса дискуссия планлаштырылған. Бынан тыш, Форумда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итә, коллегаларының — Волга буйы федераль округының йәш ғалимдарының инновацион эшләнмәләре менән таныша аласаҡ.