6 декабрь, Шишәмбе

20 апрель 2012 йыл, 14:45

Ял көндәрендә лә беҙҙе йылы ҡоро көндәр көтә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда тотороҡло йылы һауа торошо һаҡланасаҡ. Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала көндөҙ – 23 градус, төнөн 7 градус йылы булыуы көтөлә.

Күп ваҡыт аяҙ, ваҡыты менән аяҙлы-болотло буласаҡ. Киләһе аҙнала ла һауа торошо артыҡ үҙгәрмәйәсәк.

темалар: һауа торошо