Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы 22 апрелдә Асыҡ ишектәр көнө үткәрә

Йәмғиәт

22 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.

Магистратураға уҡырға инергә теләүселәр  – «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү», «Менеджмент», «Иҡтисад» йүнәлештәре тураһында, ә бакалавриатҡа теләгәндәр «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү», «Документтар һәм архив менән эшләү», «Менеджмент», «Политология», «Психология», «Иҡтисад», «Юриспруденция» белгеслектәре тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында билдәләүҙәренсә, был абитуриенттар, студенттар һәм сығарылыш уҡыусылары менән быйылғы йылдағы икенсе осрашыу. Февралдә академия ошондай бер нисә сара үткәргәйне инде, әммә ҡыҙыҡһыныу артыуы һәм абитуриенттар менән ата-әсәләрҙең һорауы буйынса юғары уҡыу йорто апрелдә тағы ла ҡунаҡтар саҡыра.

Абитуриенттар факультет декандары, кафедра мөдирҙәре менән аралаша, бакалавр һәм магистрлыҡ программалары менән таныша, уҡырға инеүгә бәйле һорауҙары буйынса консультация ала аласаҡ.

Башлана – сәғәт 11-ҙә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть