7 декабрь, Шаршамбы

20 апрель 2012 йыл, 14:20

Учалыла ҡала башҡорттарына арналған VII төбәк-ара конференция үтә

автор: Марина Шумилова

20 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалында VII «Ҡала башҡорттары: традициялар һәм бөгөнгө йәмғиәт» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Фәндәр академияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих,тел һәм әҙәбиәт институты, Учалы районы хакимиәте сығыш яһай. Фәнни форумда тарихсылар, этнологтар, демографтар, политологтар, филологтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары һәм ҡалаларынан делегациялар ҡатнаша.

Конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы ҡалаларын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү, башҡорттар урбанизацияһы, башҡорт теленең һөҙөмтәле ҡулланылыуы, тәрбиә, милли мәғариф, һаулыҡ, ҡала шарттарында демография үҫеше мәсьәләләрен тикшерә. Форум һөҙөмтәләре буйынса ғилми йыйынтыҡ сығарыласаҡ.

Ҡала башҡорттарына бағышланған фәнни-ғәмәли конференциялар республикала матур йолаға әүерелде, улар ике йыл һайын үткәрелә. Бығаса фәнни форумдар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бөрө, Октябрьский ҡалаларында уҙғарылды. Ғалимдар билдәләүенсә, бындай саралар Рәсәй өсөн уникаль күренеш булып тора. Рәсәй Федерацияһының бер субъектында ла, бер милли республикала ла бындай даими конференциялар үткәрелмәй. «Ҡала башҡорттары» конференцияһы тәүгә 2000 йылда ойошторолдо. Ул ваҡыттан алып ҡала башҡорттарының ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошонда һәм көнкүрешендә башҡорт теленең функциялары һиҙелерлек киңәйҙе. Педагогик кадрҙар әҙерләнде, ҡалаларҙа башҡорт телен уҡытыу спецификаһын иҫәптә тотҡан бихисап әсбап, белешмә, һүҙлек, дәреслек сығарылды, терминология һәм топонимия һүҙлектәре булдырылды.