10 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2012 йыл, 14:12

Өфө дәүләт авиация университеты Pegasus Европа аэройыһан университеттары ассоциацияһына алынды

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт авиация техник университеты Pegasus Европа аэройыһан университеттары ассоциацияһына ағза итеп алынды. Был туралағы ҡарар Ассоциация советы ултырышында ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә.

Өфө дәүләт авиация университетында аңлатыуҙарынса, дөйөм Европа белем биреү системаһының бер өлөшө булыу хоҡуғы университетҡа сығарылыш студенттарының юғары әҙерлеге өсөн бирелгән. ӨДАТУ Ҡазан дәүләт техник университетынан ҡала бындай хөрмәткә лайыҡ булған икенсе Рәсәй вузы.  

ӨДАТУ студенттарының ректорҙары Морат Ғөзәйеров етәкселегендә Милли механика һәм авиация техникаһы университетында (Францияның Пуатье ҡалаһы) үткән Халыҡ-ара студенттар конференцияһында ҡатнашыуы был йүнәлештәге беренсе аҙым булды. Әйткәндәй, ӨДАТУ вәкилдәре конференцияла ҡатнашҡан берҙән-бер Рәсәй вәкилдәре ине. Тәҡдим ителгән 62 доклад араһынан сығыш яһау өсөн 32-һе һайлап алынған, шул иҫәптән икәүһе – авиация двигателдәре факультеты магистранттары Арсен Абдулин менән Руслан Фаршатовтыҡы.

Арсендың эше авиация двигателдәренең яныу камералары моделен эшләүгә арналған, ә Руслан һәр төрлө авиация һәм ракета двигателдәрен иҫәпләп сығарыу өсөн программа комплексы эшләнмәһен тәҡдим иткән.

— Секция буйынса коллегаларыбыҙ самолеттар эшләүгә: аэродинамикаға һәм материалдарҙың ныҡлығына иғтибар бүлде. Традицион булмаған, мәҫәлән, ионлы һәм плазмалы двигателдәргә арналған докладтар ҡыҙыҡлы ине. Был тема әле айырыуса популяр. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе байтаҡ Рәсәй ғалимдарының эштәре менән таныш булыуы тураһында һөйләне. Рәсәй инженерҙар мәктәбен уларҙың иң яҡшыһы тип иҫәпләүҙәрен ишетеүе беҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды, — ти ӨДАТУ магистранттары.  

Форумда ҡатнашыусылар араһында Италия, Испания, Франция, Швеция, Германия, Украина вәкилдәре булған.

Милли механика һәм авиация техникаһы университеты тураһында һөйләгәндә, йәштәр: «Университет бинаһы хай-тек стилендә эшләнгән. Эскә үткәс, үҙеңде асыш эшләргә бурыслы йәш ғалим итеп хис итәһең.  Хәҙерге фән тап ошондай бинала үҫтерелергә тейеш тә инде», — тип билдәләне.