9 декабрь, Йома

20 апрель 2012 йыл, 13:46

Башҡортостан парламентарийҙары эш хаҡын мохтаждар менән бүлешәсәк

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа даими эшләүсе депутаттар ай һайын үҙҙәренең эш хаҡының бер процентын хәйриә эшмәкәрлегенә йүнәлтергә тигән ҡарар ҡабул итте. Бының менән республиканың закон сығарыусылары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа теләктәшлеген белдерә, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.

– Хәйриә эшмәкәрлеге йәшерен булырға тейеш түгел, был хаҡта асыҡ әйтергә, уны әүҙем пропагандаларға кәрәк, — тип депутаттарҙың ҡарарына комментарий бирҙе республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Беҙҙең ҡарар республика халҡы өсөн өлгө булыр, тип ышанабыҙ. Һәр кемдең бәләгә осраған кешеләргә ярҙам итеү, яҡының менән уртаҡлашыу теләге булыуына ышанам.

Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләһе әле закондар сығарыу кимәлендә әүҙем тикшерелә: БР Дәүләт Йыйылышында хәйриә эшмәкәрлеге тураһындағы закон әҙерләнә. Документ был өлкәлә тәртип булдырыу һәм изгелек күрһәтеүселәргә ярҙам итеү маҡсатында булдырыла.