Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусылар конкурсының гала-концерты үтәсәк

Йәмғиәт

Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының гала-концерты Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында йома, 20 апрелдә, үтәсәк.

Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы сайты хәбәр итеүенсә, донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусы балалар конкурсы Башҡортостан баш ҡалаһында өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Әлеге бәйгелә дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 500-ҙән ашыу бала, шулай уҡ мәғариф учреждениелары коллективтары ҡатнашты.

Конкурс әкиәт башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, донъя халыҡтары ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлап ҡалыу һәм таратыу, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һәләтен үҫтереү маҡсатында ойошторола. Быйыл конкурс Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелде.

Финалға 60 бала һәм 10 фольклор коллективы сыҡты.

Гала-концерт 16 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть