8 декабрь, Кесе йома

20 апрель 2012 йыл, 13:14

Шәмбе көндө Өфө халҡы энергия һаҡлаусы ҡулланылған лампаларҙы бушлай тапшыра аласаҡ

автор: Любовь Колоколова

21 апрелдә Өфөлә экологик өмә үткәрелә, унда терегөмөшлө лампалар йыйыу ойоштороласаҡ. Ҡулланылған лампаларҙы 12 — 18 сәғәттәрҙә 8 Март урамы, 12/1 адресы буйынса тапшырырға мөмкин.

Экологик өмәне ойоштороусылар Рәсәйҙә энергия һаҡлаусы лампаларҙың йыл һайын популярлаша барыуын билдәләй, әммә уларҙы зарарһыҙландырмаһаң, тирә-яҡ мөхиткә етди зыян килтереүҙәре ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, терегөмөшлө ҡалдыҡтар 1 класлы хәүеф төркөмөнә ҡарай һәм махсус объекттарҙа зарарһыҙландырылырға тейеш.

Башҡорт дәүләт университетының «Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта» SIFE командаһы был проблеманы хәл итеүгә етди ҡарай һәм Йәшәйеш хәүефһеҙлеге фәнни-тикшеренеү институты менән берлектә халыҡҡа энергия һаҡлаусы лампалар менән эш итеү ҡағиҙәләре, уларҙы утилләштереүҙең кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирә, уларҙы йыйыуҙа ҡатнаша.

Ҡулланылған лампалар бушлай ҡабул ителәсәк. 8 Март урамындағы майҙандан тыш, Өфөлә лампа йыйыу буйынса башҡа нөктәләр ҙә билдәләнгән: уларҙы «Үҙәк», «Ҡунаҡһарай» сауҙа-сервис комплекстары, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, Телеүҙәк янындағы майҙандарҙа ла тапшырып буласаҡ.

Ошо уҡ көндө «Минең ҡалам — минең өйөм» экологик акцияһы сиктәрендә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы ла Өфөлә иҫке лампалар йыйыуҙы ойоштора.