10 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2012 йыл, 12:16

Өфөлә тыумыштан йөрәк сирле балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә кисәһе үтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡорт дәүләт филармонияһында кесе йома, 19 апрелдә, хәйриә кисәһе үтте. Сара Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылынан Азалина Ғаязоваға (май айында уға бер йәш тула) һәм Бөрө ҡалаһынан Злата Ғәзизоваға (уға дүрт йәш) ярҙам йөҙөнән ойошторолдо. Ҡыҙҙар тыумыштан йөрәк сиренә дусар, һәм уларға ашығыс рәүештә операция талап ителә. Кисә «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды һәм уларҙың Мәскәүҙәге хеҙмәттәштәре — «Линия жизни» фонды башланғысы менән үткәрелде. Балаларға ярҙам йөҙөнән һәм уларҙың һауығыуына үҙ өлөшөн индереү маҡсатында сараға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Мәрхәмәт» фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова, министрҙар һәм ведомство етәкселәре, республиканың бизнес-берләшмәһе вәкилдәре, төбәк парламентарийҙары, бер һүҙ менән әйткәндә, балалар ғүмеренә битараф булмаған кешеләр килде.

— Бөгөнгө матур сараға килгән, уны ойоштороуҙа ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә рәхмәт әйтәм, — тине Гөлшат Хәмитова. – Тимәк, һеҙ беҙҙең эшмәкәрлекте аңлайһығыҙ, яҡшы баһалайһығыҙ, унда ҡуша ҡатнашаһығыҙ. Бындай кисәләр беҙҙә матур йолаға әүерелһен ине, сөнки мәрхәмәтлек, изгелек юғары мәҙәниәтле кешеләргә генә хас.

«Линия жизни» ҡаты ауырыған балаларҙы ҡотҡарыу фонды президенты Фаина Захарова билдәле йырсы Конкордия Антарованың һүҙҙәрен әйтеп ишеттерҙе: «Һиңә яҡшы ваҡиға алып килгән түгел, ә һин кешеләргә йөрәгеңдең яҡтылығын бүлеп биргән көнөңдө бәхетле тип иҫәплә».

— Минеңсә, бөтәһе өсөн дә бөгөн бәхетле көн, сөнки бында килеүселәрҙең барыһы ла йөрәк йылыһын бүлеп бирә. Һеҙҙең барығыҙ ҙа – тылсымсы, сөнки изге эштәр – ул ысын мәғәнәһендә тылсым. Бындай эштә ҡатнашып, кешеләрҙең ҡанатланып китеүен күрәбеҙ.

«Линия жизни» Рәсәйҙәге барлыҡ балаларға ярҙам итә. Асылғандан алып улар биш меңдән ашыу сирле балаға, шул иҫәптән республиканан 275 сабыйға ярҙам иткән. Уларға республика кардиология диспансерында юғары технологиялы операция эшләнгән.

Концерт программаһынан тыш, филармония фойеһында хәйриә эшмәкәрлеге тарихын сағылдырған күргәҙмә эшләне. Унда Елена Вишневская менән Григорий Пятовтың шәхси коллекцияһынан эштәр тәҡдим ителде. Өфөлә хәйриә эшмәкәрлеге өс йөҙ йыл алып барыла.

Шәфҡәтлелек иҫәбенә аҡса күсереүме, кисә ойоштороуҙа ярҙам итеүме, йәки байрамға билеттар һатып алыу булһынмы – ярҙамдың ҙуры, бәләкәйе булмай, бәләгә тарыусыларға ул һәр саҡ кәрәк, тип иҫәпләй сараға килеүселәр. Артистар ҙа бының менән килешә: беҙгә гонорар ҙа, сәскәләр ҙә кәрәкмәй, барыһы ла сабыйҙарҙың ғүмере өсөн, ти улар.