11 декабрь, Йәкшәмбе

20 апрель 2012 йыл, 11:44

Башҡортостанда 38 кеше БДИ-ны ваҡытынан алда тапшыра

автор: Эльмира Сабирова

Бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк Башҡортостанда бөгөн, 20 апрелдә, берҙәм дәүләт имтихандарын ваҡытынан алда тапшырыу этабы башлана. Быйыл республикала БДИ-ны срогынан алда 38 кеше тапшыра – етәүһе республика райондарынан, ҡалғандары өфөлөләр. БР Мәғариф министрлығының Белем сифатын баһалау һәм берҙәм дәүләт имтиханы бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин әйтеүенсә, имтихан биреүселәр араһында БДИ тапшырыуҙың төп этабы үткән арала бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашасаҡ 25 спортсы бар, 10 кеше сәләмәтлек торошо арҡаһында имтиханды алдан тапшыра, ике уҡыусы сит илгә күсеп китә, береһе уҡыуын сит илдә дауам итәсәк.

— Ваҡытынан алда һынауға килгән йәштәр йәмғеһе 135 имтихан тапшырасаҡ, — ти Зәки Мырҙағәлин. – 18 кеше биологияны һайланы, улар башлыса спортсылар, сөнки физкультура институттарына уҡырға ингәндә тып ошо дисциплинанан БДИ һөҙөмтәләре талап ителә, ғәҙәттәгесә йәмғиәтте өйрәнеү фәне популяр булып ҡала. Был предметты 20 кеше тапшырырға ниәтләй, алты уҡыусы – тарихты, бишәүһе физиканы һайлаған, артабан химия, әҙәбиәт һәм башҡа фәндәр килә.

Имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырыу этабының беренсе көнөндә, 20 апрелдә, уҡыусылар рус теленән мотлаҡ имтиханды тапшыра.

Артабан имтихандар теҙмәһендә түбәндәгеләр килә: 22 апрель — сит телдәр, география һәм физика; 25 апрель — математика; 27 апрель — информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология һәм йәмғиәтте өйрәнеү; 29 апрель — тарих, әҙәбиәт һәм химия; 30 апрель — бөтә предметтар буйынса резерв көн.

Имтихандарҙы ваҡытынан алда тапшырыусылар Өфөнөң 26-сы мәктәбендә һынау тота.  

темалар: мәғариф,бди