4 декабрь, Йәкшәмбе

20 апрель 2012 йыл, 10:22

Йәш гвардиясылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фоторәсемдәрен йыя

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе «Еңеүселәр йөҙө» акцияһын үткәрә. Уның маҡсаты — патриотлыҡты үҫтереү, тарихҡа хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү, һуғышта ҡатнашыусылар иҫтәлеген мәңгеләштереү.

Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан йәки тыл хеҙмәтсәне булған туғаныңдың йәки танышыңдың фотоһүрәтен электрон почта аша ебәрергә кәрәк. Фотографияға был кеше тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән ҙур булмаған комментарий һалыу мотлаҡ.

9 майҙа йәш гвардиясылар акцияһына ҡушылған һәр кеше акцияны ойоштороусылар менән бергә сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнаша ала.

Заявка 20 апрелдән 27-һенә тиклем ҡабул ителә.

Фоторәсемдәр һәм уларға аңлатмаларҙы cena.pobedy@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.