3 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2012 йыл, 9:01

Рөстәм Хәмитов ғалим, тарихсы Александр Чубарьян һәм Ефим Пивовар менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

19 апрелдә Башҡортостан Президенты Рәсәй Фәндәр академияһы Дөйөм тарих институты директоры Александр Чубарьян һәм Рәсәй дәүләт гуманитар университеты ректоры Ефим Пивовар менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу барышында Рәсәйҙә тарих фәнен үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ Башҡортостандың, дөйөм алғанда Рәсәйҙең урта дөйөм белем биреү учреждениеларында тарих һәм төбәк компоненттарын уҡытыу үҙенсәлектәре тикшерелде.  

Осрашыуҙан һуң журналистар менән аралашып, Александр Чубарьян ғалимдарҙың Өфөгә Рәсәй мәктәптәрендә төбәк компоненттарын уҡытыу мәсьәләһе буйынса тарих уҡытыусылары конференцияһында ҡатнашыу өсөн килеүен билдәләне.

— Республика Президенты менән Башҡортостанда ғына түгел, дөйөм алғанда бөтә илдә тарих фәнен үҫтереү кеүек бик ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәсьәлә буйынса әңгәмәләштек. Миндә Президенттың был мәсьәләгә ни тиклем белеп, ҡыҙыҡһынып ҡарауы матур тойғолар ҡалдырҙы, — тине Александр Чубарьян.

Ефим Пивовар, үҙ сиратында, ғалимдарҙың Өфөгә бер конференция өсөн генә килмәүен билдәләне.

— Беҙ Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусылары ассоциацияһы рәйесе Александр Оганович Чубарьян етәкселегендәге президиумыбыҙҙы үткәрҙек. Ә мин был Ассоциацияның рәйес урынбаҫары булам. Шуға күрә Өфөнөң беҙҙе ошо президиум ултырышын ойоштороусылар итеп кенә түгел, уҡытыусылыҡҡа ҡараш күҙлегенән ҡабул итеүе лә үтә мөһим. Республика башлығы был тема менән ныҡлы ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Һәм беҙҙең ярҙамда Башҡортостанда үткәреләсәк бер нисә сараны билдәләнек, — тине Ефим Пивовар.

Александр Чубарьян әйтеүенсә, осрашыуҙа әңгәмәселәр «Башҡортостанда тарих фәнен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк саралар үткәреү һәм Башҡортостанға ғына түгел, бөтә Рәсәйгә йоғонтоһо буласаҡ мәктәптәр, шулай уҡ тормошобоҙҙоң башҡа өлкәләре өсөн берлектәге бер нисә эш башҡарыу тураһында һөйләшеп килеште. Башҡортостандың был эштәрҙә инициатива күрһәтеүе яҡшы».

Ефим Пивовар һүҙҙәренсә, «мәктәптә тарих дәресен уҡытыуҙың сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән пилот проекты буласаҡ, һәм ул тап Башҡортостан базаһында үткәреләсәк».

Белешмә өсөн. 19 апрелдән 20-һенә тиклем Өфөлә Рәсәй тарихы йылына арналған «Рәсәй тарихы контексында этномәҙәни компонентты уҡытыу» темаһына тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыларының бөтә Рәсәй конференцияһы үтә. Унда Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары, Башҡортостан, Адыгея, Мари Иле, Волгоград, Новосибирск, Омск, Свердловск, Силәбе өлкәләренән һәм Хабаровск крайынан вуз педагогтары һәм тарих уҡытыусылары ҡатнаша.  

Шулай уҡ 19 апрелдә Өфөлә «Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусылары ассоциацияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президиумының күсмә ултырышы үтте. Унда Рәсәй тарихы йылы сиктәрендәге төп сараларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.