7 декабрь, Шаршамбы

20 апрель 2012 йыл, 10:43

Өфөлә ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара проекты сиктәрендә «Изге йөрәк» хәйриә акцияһы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

«Изге йөрәк» хәйриә акцияһы йома, 20 апрелдә, Республика академия рус драма театрында үтәсәк. Сара Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты башланғысы менән «Ильяс» халыҡ-ара социаль-гуманитар проекты сиктәрендә үткәрелә. Был проект Башҡортостанда 2010 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Ауырыу балаларға матди ярҙам күрһәтеү өсөн хәйриә фондын булдырыу, шулай уҡ «Инклюзив белем биреү» халыҡ-ара проектын тормошҡа ашырыуҙа медицина һәм мәғариф учреждениеларына булышлыҡ итеү акцияның төп маҡсаты булып тора.

Акцияла ҡатнашыусылар – Башҡортостан һәм Германия белгестәре – медицина, мәғариф, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итә. Мәҫәлән, былтыр семинарҙар, консультациялар үткәреү, республика балаларына аныҡ ярҙам күрһәтеүҙән тыш, Штутгарт ҡалаһында ЮНЕСКО-ның «Инклюзив белем биреү» һәм «Европа контексында профессиональ компетенция» проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты менән Штутгарт ҡалаһындағы институт араһында логопедия өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был юлы ойоштороусылар мәҙәни программа әҙерләй. Республика академия рус драма театрында «Голубая камея» спектаклен күрһәтәсәктәр. Билеттар һатыуҙан алынған аҡса инвалид балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.