4 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2012 йыл, 17:55

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Францияла булды

автор: Сергей Захаров

16 һәм 17 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы Францияла булды.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, По ҡалаһында Башҡортостан делегацияһы Turbomeca компанияһының (SAFRAN төркөмөнә инә) вертолет двигателдәрен етештереүсе заводында булды.

«Франция белгестәре Башҡортостанда нефть эшкәртеү һәм машиналар эшләү өлкәләрендә ҡырҡ йылдан ашыу эшләй», тип билдәләне Рөстәм Хәмитов компания етәксеһе Оливье Анри менән осрашыу барышында.

— Башҡортостанда наноструктуралы технологиялар мәктәбе үҫешкән, ул Францияның металл эшкәртеү һәм нанотехнологиялар мәктәбенә яҡын булған йүнәлештәр буйынса эшләнмәләр әҙерләй. Тел йәһәтенән дә ҡаршылыҡтар юҡ: Башҡортостандың ике университетында француз теле факультеттары бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.

Turbomeca компанияһы Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы, «Рәсәй вертолеттары» холдингы һәм Рәсәйҙең машиналар эшләү предприятиелары менән эшләргә теләй, тип билдәләне Оливье Анри.

Turbomeca эксперттары фекеренсә, 15-20 йылдан һуң көнбайыш илдәре баҙарының күпселек өлөшөн Рәсәй вертолеттары биләйәсәк.

Рәсәйҙә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Франция компанияһының партнеры булып тора.

Парижда Рөстәм Хәмитов Франция Сенатында булды. Унда ул Париж сенаторы Ив Поззо ди Борго, төбәк сенаторҙары Жер Эмери де Монтескью һәм Сен-Маритим Патрис Желяр менән Рәсәй-Франция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Улар Башҡортостандың һәм Францияның эшлекле даирәләре араһында сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм фән өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләште.

Франция менән Рәсәй араһында төбәктәр кимәлендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү парламент-ара төркөмдөң төп бурыстарының береһе булып тора, тип билдәләне Франция Сенатының Франция-Рәсәй парламент-ара төркөмө башлығы Патрис Желяр.

Башҡортостанды ул сеймал һәм минераль ресурстар буйынса Рәсәйҙең иң бай төбәктәренең береһе тип атаны.

— Һеҙ Рәсәйҙә нефть продукттары етештереүсе иң эре төбәктәрҙең береһе булып тораһығыҙ, файҙалы ҡаҙылмалар сығараһығыҙ. Һеҙҙә шулай уҡ ауыл хужалығы, химия өлкәләре лә үҫешкән. Бынан тыш, һеҙ Рәсәйҙә автобустар етештереүсе иң ҙур компания булып тораһығыҙ, — тине Желяр әфәнде.

— Башҡортостан Франция инвесторҙары менән берлектә ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер. Беҙҙә пландар ҙур, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты Франция сенаторҙарын республикаға яуап визиты менән килергә саҡырҙы. Үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитов 2012 йылдың декабрендә Франция Сенатында Башҡортостан тураһында доклад менән сығыш яһарға ризалыҡ белдерҙе.

Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ Франция предприятиелары хәрәкәте (MEDEF) етәкселеге менән осрашты. Осрашыуҙа бер нисә эре компания һәм корпорация (Alstom, CVP Conseil, GDF Suez, GEP AFTP) вәкилдәре ҡатнашты. Унда хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Республикаһына Франция эшҡыуарҙарының килеүе тураһында килешеүгә өлгәшелде.