11 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2012 йыл, 17:36

Сергей Лаврентьев Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

автор: Әлим Фәйезов

«Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы» юғары профессиональ белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы ректоры Сергей Лаврентьев Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тейешле указға республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Президентының башҡа указдарына ярашлы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Нуриман районы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге баш белгесе Елена Ҡорбанова — Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы, Баймаҡ районы муниципаль райондың «Баймаҡ ауыл-ара үҙәк китапханаһы» муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы директоры Луиза Дәүләтшина «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» маҡтау билдәһе менән наградланды.    

темалар: наградалар