Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп йәнә Сергей Молчанов һайланды

Сәйәсәт

Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Сергей Молчановты тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Тантаналы сарала Совет рәйесе Айҙар Иманғолов менән Сергей Молчанов тейешле контрактҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Был ваҡиғаға ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәрелгән, унда өс кандидат — хакимиәт башлығы Сергей Молчанов, 68-се профессиональ лицей директоры Старт Цуканов һәм «Система администраторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Ямалетдинов ҡатнашҡан. Конкурс йомғаҡтары буйынса Сергей Молчанов менән Старт Цуканов «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы менән Октябрьский ҡалаһы ҡала округы Советына хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләүгә күрһәтелгән.

Ҡала Советы ултырышында депутаттарҙың күбеһе (23 кешенең 20-һе)  Октябрьский хакимиәте башлығы итеп Сергей Молчановты тәғәйенләү өсөн тауыш биргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть