Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Версия» уҡыусыларының һорауҙарына телефон аша прокурор ярҙамсылары яуап бирә

Йәмғиәт

Көндәлек тормошта тыуып торған бихисап һорауҙарға «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында даими үткәрелеүсе «ҡыҙыу линия» барышында яуап алырға мөмкин. Мөхәрририәткә шылтыратҡан уҡыусыларҙың  һорауҙарына гәзит ҡунаҡтары – адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Шишәмбе, 24 апрелдә, республика прокурорының граждандарҙы ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Элина Арманшина һәм БР прокуроры ярҙамсыһы Наталья Рәхмәтуллина тура бәйләнештә тиҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәк.    

Был хеҙмәт түләүһеҙ һәм теләге булғандарҙың барыһы ла юристар ярҙамынан файҙалана ала, Бының өсөн 15.00-дән 17.00-гә тиклем Өфөләге 272-79-16 телефон һандарын йыйырға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был рубрика – даими, граждандар менән туранан-тура аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә ойошторола. Үрҙә күрһәтелгән телефонға шылтыратығыҙ һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙы квалификациялы юрисҡа бирегеҙ.

«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр граждандар, шулай уҡ енәйәт эштәренә бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар «Версии Башкортостана» гәзитенең киләһе һандарында баҫылып сыға. Һорауҙарығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә бирелгән купонға ла яҙып ебәрә алаһығыҙ – компетентлы кешенең яуабы менән ул гәзиттең «Һеҙҙең хоҡуҡ» кеүек икенсе даими рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть