3 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2012 йыл, 16:46

Төбәк башлығы «хәләл» терминын артыҡ ҡулланмаҫҡа саҡырҙы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикала хәләл индустрияны үҫтереү тураһындағы фекере менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, ул күптән түгел республикала тәүгә шәриғәт ҡанундарына ярашлы хеҙмәттәр күрһәткән «Восток-Капитал» банкының асылыуы хаҡында билдәләне.

— Ислам банкингы бөгөн Европала, Рәсәйҙә әүҙем үҫешә, — тип билдәләне республика башлығы. – Шәриғәт ҡанундарына ярашлы бындай финанс хеҙмәттәр күрһәткән банктары булған төбәктәр иҫәбенә республиканың инеүе бик ҡыуаныслы. Кешеләрҙең һайлап алыу мөмкинлеге булырға тейеш – ғәҙәти коммерция банкы, йәки ислам банкы. Беҙҙә хәләл продукция етештереү, мосолман кейемдәрен тегеү үҫтерелә. Әммә шуны ла иҫкәрткем килә: «хәләл продукция» термины самаһынан артыҡ ҡулланылырға тейеш түгел. Беҙҙә ҡайһы саҡта барыһын да, хатта хәләл булмаған нәмәне лә хәләл тип атайҙар.