10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2012 йыл, 16:21

Рөстәм Хәмитов «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында ҡатнашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн Өфөләге Конгресс-холда «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумы үтә. Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, БР мосолмандары Диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты. Форумда республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты Хакимиәте Идаралығының Дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү департаменты начальнигы Илья Баринов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан митрополияһы эштәре идарасыһы архимандрит Игнатий Климов, ғалимдар, ислам һәм донъяуи белем биреү учреждениелары уҡытыусылары, республиканың дини эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың 600-ҙән ашыу мосолман йәштәре ҡатнашты.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙа ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, бөгөнгө форумдың республика өсөн ябай ваҡиға булмауын билдәләне.

— Бер нисә быуат элек беҙҙең төбәктең ерле халҡы Ислам динен ҡабул иткән, — тине республика башлығы. – 200 йылдан ашыу Өфө Рәсәйҙең ислам үҙәге булып ҡала. Ҡалабыҙҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты урынлашҡан, ул илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда ҙур роль уйнай. Былтырғы йылда ғына Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев Диниә назаратында ике тапҡыр булып китте, уның етәкселеге, руханиҙар менән осрашты. Рәсәй Президенты илебеҙҙәге был рухи власть институтына ҙур әһәмиәт бирә. Беҙҙең республикала йәшәгән 130 милләт вәкилдәре — бөтә төп традицион динде тотоусылар. Дәүләт власы органдары республикала социаль-дини нигеҙҙә барлыҡҡа килеүсе низағтарһыҙ, ыңғай социаль-сәйәси климат булдырыу яҡлы. Башҡортостан Республикаһы татыу, матур йәшәү өлгөләренең береһе булып тора. Һис шикһеҙ, беҙ йәмғиәт үҫешенең ошо вариантын һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ.

Президент әйтеүенсә, республика власы дини ойошмаларға биналарҙы ремонтлауҙа һәм реставрациялауҙа, яңы төҙөлөшкә учаскалар биреүҙә, әүәлге ғибәҙәт йорттарын ҡайтарыуҙа һәм яңы биналар биреүҙә ярҙам күрһәтә, коммуналь түләүҙәр буйынса һалым ташламалары системаһы ла ҡаралған.

— Беҙ бөтөн дини ойошмалар эшмәкәрлеге өсөн дә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бында БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советҡа мөһим роль бирелә. Һәр муниципаль берәмек хакимиәтендә Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссия эшләй. Был эшкә дини ойошмаларыбыҙҙың йәштәр бүлеге лә йәлеп итәләсәк. Йәштәрҙе бындай советтарға йәлеп итеү – мөһим һәм принципиаль бурыс.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, власть кешеләр өсөн эшләргә тырыша. Республика етәкселеге өсөн һәр кешенең тотороҡло эше, хеҙмәт хаҡы, үҙе һатып ала алырлыҡ сифатлы торлағы булыуы мөһим. Былтыр 11 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған, «Стартҡа хоҡуҡ» проекты старт алған, «Ауыл табибы» программаһы тормошҡа ашырыла, «500 ферма» программаһы ҡабул ителгән, йәш эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә, йәш ғаиләләргә торлаҡ бүленә.

— Беҙҙе күп йәштәрҙең кеше елкәһендә йәшәргә теләүҙәре, социаль апатияһы ныҡ борсой, — тине Президент. – Эшкә етди ҡарағандар, шулай уҡ әҙергә генә килеп, йәмғиәтебеҙҙә барған хәлдәргә ҙур әһәмиәт бирмәгәндәр ҙә бар. Миңә мосолман илдәрендә булырға, унда йәштәр, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселек вәкилдәре менән аралашырға тура килә. Уларҙың иҡтисади әүҙемлегенә, үҙаллылығына, йүнселлегенә көнләшергә мөмкин. Беҙҙең йәштәр ҙә йәмғиәттең иң булдыҡлы, инициативалы өлөшө булырға тейеш.  

Рөстәм Хәмитов хәләл хеҙмәттәр күрһәтеү, атап әйткәндә, ислам финанслауы мәсьәләһенә лә ҡағылды. Ул республикала ошондай тәүге банк – «Восток-Капитал» ойошторолоуын, хәләл продукция етештерелеүен хәтергә төшөрөп үтте.

Президент донъялағы конфессия-ара низағтар темаһын телгә алды. Бындай низағтар һөҙөмтәһендә тыныс халыҡтың зыян күреүен, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың һәләк булыуын билдәләне.

— Исламға был енәйәттәрҙең бер ҡыҫылышы ла юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. – Ниндәй идеялар менән аҡланырға тырышһа ла, яуызлыҡ ҡылған кешеләр диндән ситтә тора. Миллионлаған мосолман йәшәгән илебеҙҙә исламды дини экстремизмдан таҙартыу мәсьәләһе үтә мөһим булып ҡала. Был айырыуса дәүләт һәм йәмғиәт берҙәмлеге өсөн мөһим. Дингә тыныс ҡарау, яҡшы мөнәсәбәт һаҡлау – Башҡортостан халҡының айырылып торған һыҙаты. Еребеҙҙә бер ҡасан да дини һуғыштар булмаған һәм булмаясаҡ. Изоляцияланыу кәйефен тыуҙырыу, дини принцип буйынса бүленеү емергес көскә эйә. Ысын мосолман – ул ислам ҡиммәттәрен тәрән хөрмәт иткән, шул уҡ ваҡытта башҡа диндәрҙе ихлас ололаған кеше. Башҡортостандағы ислам дуҫлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттары менән айырыла. Традицион исламда яугирлыҡ культы, агрессия юҡ, ул үҫешкә, белем алыуға ынтыла. Беҙ төбәктәге мосолман традициялары тураһында һөйләгәндә, күренекле мәғрифәтселәрҙе – Ризаитдин Фәхретдинде, Зәйнулла Рәсулевты, Шәмсетдин Зәкиҙе, Ғәли Соҡоройҙо, Зыя Камали һәм башҡаларҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Уларҙың әҫәрҙәрендә көс ҡулланыуға урын юҡ.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ислам мәғарифына айырым иғтибар бирергә кәрәк.

— Белемгә ынтылыу – һәр мосолмандың бурысы, — тип Президент Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен килтерҙе. – Беҙҙең төбәк элек-электән мөһим ислам белеме үҙәге һанала. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты — данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең вариҫы ул. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағында «Мосолман мәғарифын үҫтереү» үҙәге асылыуы ла ҙур ваҡиға булды. Мәрйәм Солтанова исеендәге мәҙрәсә лә халыҡ менән ҙур ағартыу эштәре алып бара. Фәнни-ғәмәли конференциялар, шул иҫәптән халыҡ-ара, йыллыҡ Аҡмулла, Хәкимов, Фәхретдинов уҡыуҙары ла юғары кимәлдә үтә. Бөгөн бөтә мәсеттәрҙә лә тиерлек ислам нигеҙҙәре буйынса башланғыс мәктәп бар. Яңы уҡыу йылынан мәктәп программаһына яңы «Дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» предметы индереләсәк.

Рөстәм Хәмитов йәштәр араһында әхлаҡһыҙлыҡтың артыуы, енси аҙғынлыҡ, суицидаль кәйефтәр барлыҡҡа килеүе, алкоголизм, наркомания кеүек проблемаларға ла ҡағылды. «Айыҡ ауыл» конкурсын ойошторған «Айыҡ Башҡортостан» төбәк хәрәкәтенең эшмәкәрлеген ул ошо проблемаларҙы хәл итеүҙең һәйбәт өлгөһө тип атаны.

Республикаға һәм Рәсәйгә сит илдәрҙән һәр төрлө ялған тәғлимәт үтеп инергә тырыша, уларҙың маҡсаты — илдәге тыныслыҡты боҙоу, йәштәрҙе деструктив эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. Был мәсьәләләрҙе, Президент фекеренсә, йәшермәйенсә халыҡ алдында тикшерергә, бындай күренештәргә ҡаршы торорға кәрәк.

Мосломан йәштәренә мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов уларҙың дөрөҫ һәм кәрәкле эш алып барыуҙарын билдәләне.  

— Һеҙҙең эште, бәлки, бөгөнгө көнгә тап килмәй, тип иҫәпләйҙәрҙер, әммә был улай түгел, — тине республика башлығы. – Тап һеҙ яҡшы эш башҡараһығыҙ. Мин эш темптарын кәметмәүегеҙҙе һорайым. Һәм был эштәрҙә һеҙҙең беренсе ярҙамсығыҙ буласаҡмын, миңә иҫәп тота алаһығыҙ.

Форум эшен Рәсәй һәм Башҡортостандың алдынғы дини, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре дауам итте. Осрашыу секция ултырыштары һәм унда ҡатнашыусыларҙың мөрәжәғәт ҡабул итеүе менән тамамланасаҡ.