4 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2012 йыл, 16:25

Башҡортостан Президенты «Айыҡ ауыл» конкурсының ролен юғары баһаланы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Ислам. Йәштәр. Киләсәк» республика форумында сығыш яһап, йәштәрҙең бөгөнгө проблемалары хаҡында әйтеп үтте. Улар араһында — әхлаҡлылыҡтың, мәҙәниәттең түбән кимәлдә булыуы, енси тәртипһеҙлек, суицид, алкоголизм һәм наркомания. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә «Айыҡ Башҡортостан» төбәк хәрәкәте эшмәкәрлеге яҡшы миҫал булып тора, тине ул.

— Ҡайһы бер ауылдарҙың үҙҙәрен айыҡлыҡ зонаһы тип иғлан итеүе ҡыуаныслы, — тип билдәләне республика Президенты. – Былтыр «Айыҡ Башҡортостан» төбәк хәрәкәте «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәрҙе. Унда еңеүселәр аҡсалата приздар ғына түгел, ә үҙҙәренең абитуриенттары өсөн республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарына квоталар ҙа ала. Айыҡ мөхиттә тәрбиәләнгән балаларҙың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөклө хоҡуғы булыуы мөһим, тип уйлайым. Әлбиттә, эскән ғаиләләрҙә лә һәләтле балалар бар, һәм ундай балаларға ярҙам итеү айырыуса мөһим. Әммә айыҡлыҡ хәрәкәтен үҫтереү зарур. Алкоголизмға ҡаршы көрәшеү эшмәкәрлеген тәҡдим иткән мосолман ойошмаларына ҙур рәхмәт.

Республика башлығы фекеренсә, эскелеккә эшһеҙлек килтермәй, киреһенсә, эскелек эшһеҙлеккә килтерә.

— Эсмәгән хәлдә, ауылда эш һәр ваҡыт табыла, — тине Президент. – Беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Ауылдарҙың иҡтисади хәлен яҡшыртыу мәсьәләләре беҙҙең өсөн бик мөһим.