10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2012 йыл, 12:51

Өфө агрегат берекмәһенең уникаль эшләнмәләрен Һиндостандың Хәрби һауа көстәре ҡулланасаҡ

автор: Любовь Колоколова

«Двигателдәр-2012» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә Өфө агрегат производство берекмәһе үҙенең инновацион эшләнмәләрен тәҡдим итте. Мәскәүҙәге экспофорумда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын айырыуса Һиндостандың Хәрби һауа көстәре өсөн әҙерләнгән эшләнмәләр йәлеп итте.

Донъяла аналогы булмаған плазмалы ҡабыҙғыс системаһы — «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп ҡаҙанышы. Бындай тоҡандырғыс системалар Т-50 һәм модернизацияланған Су-35 кеүек бишенсе быуын самолеттарының авиадвигателдәрендә ҡуйыла.

Универсаль система АЛ-31СТ авиадвигателенең газ ҡыуыусы агрегаттарында ла ҡулланыла ала. Технологик сифаттары арҡаһында ул Һиндостандың Хәрби һауа көстәрендә киң ҡулланылыш табасаҡ.

Күргәҙмәне ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Авиация ҡорамалдары» концерны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән үҙенең экспонаттарын Өфөнөң «Молния» фәнни-производство предприятиеһы», «Якорь» агрегат-конструкторлыҡ бюроһы» һәм «И.Румянцев исемендәге Машиналар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре тәҡдим иткән.