4 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2012 йыл, 12:19

20 апрелдә республикала «Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһы старт ала

автор: Галина Бахшиева

20 апрелдә Өфөлә «Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһы старт ала. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға теләгән һәр кемгә үҫентеләр һәм уларҙы ултыртыу өсөн кәрәкле инструменттар биреләсәк.

Бының өсөн Өфө ҡалаһы, Урман тыҡрығы, 1 адресы буйынса урынлашҡан Өфө урман хужалығына килергә кәрәк. Телефондар: (347) 241-49-44, 232-88-32.

Башҡортостан урмансылары паркының дөйөм майҙаны 116 гектар тәшкил итә. Бер йыл элек «Үҙ ағасыңды ултырт» тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә өфөлөләр бында 500-ҙән ашыу үҫенте ултыртты.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, «үҙ ағасыңды» ултыртыу буйынса бындай акциялар йола буйынса республиканың барлыҡ райондарында үткәреләсәк. Йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр урман хужалыҡтарына йәки Урман хужалығы министрлығының дәүләт унитар предприятиеларына мөрәжәғәт итә ала. Үҫентеләр бушлай бирелә.