11 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2012 йыл, 11:57

Башҡортостанда «Дача миҙгеле» асыла

автор: Ғәлиә Нәбиева

3 майҙа Өфөлә «Дача миҙгеле. Яҙ» III махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкәһе асыла. Уның ойоштороусылары булып «Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» менән Башҡорт дәүләт аграр университеты сығыш яһай.

Был ваҡиғаны баҡсасылар түҙемһеҙлек менән көтә. Өфөләге иң ҙур йәрминкә майҙанында төбәктең алдынғы питомниктары вәкилдәре миҙгел яңылыҡтарын һәм популяр йәшелсә культуралары орлоғонан алып ғәжәйеп сәскә төрҙәренә тиклем продукцияһының иң яҡшы өлгөләрен тәҡдим итәсәк.

«Дача миҙгеле. Яҙ» күргәҙмә-йәрминкәһендә Башҡортостандың, шулай уҡ яҡын-тирәләге төбәктәрҙең тәжрибә хужалыҡтары һәм емеш совхоздары ҡатнашасаҡ.

Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда алдынғы питомниктар һәм орлоҡсолоҡ хужалыҡтарының емеш ағастары үҫентеләре, сәскә үрсетмәләре, декоратив ҡыуаҡтар, йәшелсә-емеш һәм сәскә орлоҡтары, ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары тәҡдим ителәсәк. Ябыҡ экспозицияла гөлдәр, баҡса инвентары, йылытыу һәм һыу һибеү системалары урынлашасаҡ.

Йәштәр һарайы фойеһында етештереүселәр үҙҙәренең мунса һәм мейес ҡорамалдары, баҡса инструменттары, ашламалар һәм башҡаһы менән таныштырасаҡ. Ошонда уҡ йәшелсәләрҙән мул уңыш алыуға өлгәшеү алымдары темаһына семинар үткәреләсәк.

Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн тағы бер яңылыҡ: Россельхозбанк ҡала халҡына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса яңы кредит программалары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын кредитлау тураһында мәғлүмәт бирәсәк.

Күргәҙмә-йәрминкәнең төп үҙенсәлеге – бында килгәндәр Башҡорт дәүләт аграр университеты белгестәренән консультация ала аласаҡ.