4 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2012 йыл, 11:52

12 майҙа Рәсәйҙә Милли ағас ултыртыу көнө үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Шәмбе, 12 майҙа, Рәсәйҙә Милли ағас ултыртыу көнө үтәсәк, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Урмандарҙы һаҡлау мәсьәләһенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү бөтә Рәсәй «урман» көнөнөң төп бурысы булып тора.

Милли ағас ултыртыу көнө бөтә ил кимәлендә тәүгә 2011 йылдың 14 майында үткәрелде. Был көндө илдең төрлө төбәктәренән 190 мең кеше ете мең гектар майҙанда 25 миллион үҫенте ултыртты.

Башҡортостанға килгәндә, бер йыл элек Милли ағас ултыртыу көнөндә республиканың һәр урман хужалығында тиерлек 500-шәр үҫенте ултыртылды. Дөйөм алғанда Башҡортостан урмандары 15 меңдән ашыу ағасҡа тулыланды.