Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

«Люфтганза» авиакомпанияһы пассажирҙары Өфөнән Франкфуртҡа икенсе самолеттарҙа осасаҡ

Йәмғиәт

«Люфтганза» авиакомпанияһы пассажирҙарын Франкфуртҡа ике һауа судноһында алып барып еткерергә ҡарар итте. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: кисә был компанияның Шанхайҙан Франкфуртҡа осҡан Boeing-747-400 самолеты салонда төтөн сығыуы арҡаһында «Өфө» аэропортына төшкәйне. Билдәле булыуынса, пассажирҙар артынан урындағы ваҡыт менән 11.05-тә һәм 11.15-тә ике самолет киләсәк.  

Был турала «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса белгесе Таһир Мөхәмәтшин хәбәр итте. Алдан хәбәр ителеүенсә, бортта 311 пассажир булған. Шуларҙан беренсе класта – дүрт пассажир, бизнес-класта – 80 кеше, эконом-класта – 223 пассажир. Бынан тыш, бортта бер йәштән 12 йәшкә тиклемге дүрт бала булыуы билдәле. Экипаж составында – 17 кеше.

Әлеге ваҡытта буксир ярҙамында самолет запас туҡталҡаға һөйрәтеп алып барып ҡуйылған. Транзит зонаһында үҙ рейсын көткән пассажирҙар йылы аш менән тәьмин ителгән.

Аныҡланған мәғлүмәттәргә ярашлы, самолет бортында төтөн таралыуына бәйле сигнализация эшләп киткән. Өфөгә төндә килгән Lufthansa авиакомпанияһы техниктары электр сымдарында бер етешһеҙлек тә тапмаған. Шулай ҙа Boeing-747 самолетын Өфөнән пассажирҙарһыҙ ебәрергә ҡарар ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть